Төбәк властары ошо маҡсатҡа бюджеттан аҡса бүлеүҙе планлаштырған да инде. Республика халҡы даими рәүештә эш барышы тураһында тулы мәғлүмәт аласаҡ. Был турала уҙған аҙнала тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбиров белдерҙе. Милли геройҙың һәйкәлен яңыртыу өсөн яраҡһыҙ хәлгә килгән ҡайһы бер өлөштәрҙе алмаштырыу талап ителә. Бөгөнгә реставрация проектын әҙерләү өсөн подряд ойошмаһы ялланған да инде. Эш йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып башҡарыласаҡ. Республика властары Салауат Юлаев һәйкәлен киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуя, уны емерергә ниәтләү тураһындағы имеш-мимештәрҙе кире ҡаға.
Реставрация эше башта күҙалланғанса 9 ай түгел, ә йыл ярым самаһы ваҡыт талап итәсәк тип көтөлә. Һәйкәл реконструкция үткәреү өсөн һүтеләсәк, параллель рәүештә постамент нығытыласаҡ. Реставрация кәрәклеге 2019 йылда уҡ һәйкәлдең торошон баһалағас аңлашыла. Проектты уңышлы тамамлау өсөн уны тергеҙеүҙә аҡыл һәм берҙәмлек күрһәтеү мөһим, тип иҫәпләй эксперттар.



