"Башнефть" продукцияһы Рәсәйҙә иң яҡшы тауарҙар исемлегендә

«Башнефть» предприятиелары «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары-2024» 27-се Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары һәм дипломанттары булды. Конкурс наградалары менән «Роснефть» составына ингән “Башнефть»  ойошмаһының 10 тауары бүләкләнде. Исемлектә «Өфөоргсинтез», «Башнефть-Өфөнефтехим», «Башнефть-Новойл», «Башнефть-УНПЗ», «Башнефть-Өфөнефтехим» ойошмалары етештергән продукциялар.

Конкурста еңеү «Башнефть» предприятиеларына киләһе ике йыл дауамында продукция сифаты паспорттарына «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» билдәһен ҡуйырға хоҡуҡ бирә.

Жюри продукцияның стандартҡа, хәүефһеҙлек талаптарына тап килеүен, ҡулланыусыларҙың баһаһын, һатыу күләмен һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә ала.

Шулай уҡ  компанияның өс хеҙмәткәре «Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» һәм ”Сифат отличнигы” почет билдәләрен алды.

Фото №1 - "Башнефть" продукцияһы Рәсәйҙә иң яҡшы тауарҙар исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ