Башҡортостан хөкүмәте составы 19 декабргә тиклем раҫланырға тейеш

  Бөгөн хөкүмәттә  оператив  кәңәшмәлә  Радий  Хәбиров шулай  тип  белдерҙе.Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға премьер-министр буйынса тәҡдим ебәргән. Был вазифаға Андрей  Назаров күрһәтелгән. Шулай уҡ вице-премьерҙар хупланыуы көтөлә. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарҙары итеп Рөстәм Моратов һәм Урал Килсенбаев тәғәйенләнергә тейеш. Азамат Абдрахманов, Рөстәм Ғәзизов, Ирек Сәғитов, Наталья Полянская, Александр Шельдяев һәм Илшат Фәзрахманов вице-премьерҙар итеп күрһәтелгән.. - Хөкүмәт ойошторолғандан һуң бөтә министрҙар тәғәйенләнә. Был эште 19 декабргә тиклем тамамларға кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров парламент рәйесе Константин Толкачевҡа.

Фото №1 - Башҡортостан хөкүмәте составы  19 декабргә  тиклем  раҫланырға тейеш
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ