Йылы ойоҡбаштарҙан алып генераторҙарға тиклем. Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән барҙы. Уны республиканың көнъяҡ райондары халҡы һәм эшҡыуарҙар туплаған.
Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ярҙамды Башҡортостан яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениеларға уҡ алып барып тапшырҙы.
Республика махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам оҙатыу буйынса тотош илдә алдынғы төбәк. Төрлө райондарҙа тупланған үҙәкләштерелгән ылауҙарҙан тыш йәмәғәт ойошмалары ла гуманитар конвой менән йөрөй. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы ла ошондай әүҙем ойошмаларҙың береһе. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операциялағы барлыҡ исемле хәрби подразделениеларға, мобилизацияланған яугирҙарға ла ярҙам итә.
Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ылауҙы яугирҙарҙың ихтыяжын иҫәпкә алып туплай. Гуманитар конвойҙа хатта күрше Силәбе өлкәһенән оҙатылған посылкалар ҙа бар. Яугирҙар менән осрашып аралашып алыу , сәләм еткереү ҙә мөһим. Шуға күрә ылау йөрөтөүселәр подразделениелар урынлашҡан ергә үк барып етә.



