Ҡалтасы районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды


Быйыл проектта төбәктән 11 ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Конкурсанттарҙы мәҙәниәт йорто сәхнәһенән Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин тәбрикләне. Йылдан-йыл конкурсҡа күберәк ауылдар йәлеп ителә. Халыҡ йәшәйеше өсөн кәрәкле, мөһим конкурста ҡатнашыусылар милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай, йәш быуынды сәләмәт тормош яҡлы булырға саҡыра. Быйыл Ҡалтасынан Бабай ауылы муниципаль этапта еңеп, республика кимәлендә районы данын яҡлаясаҡ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ