Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаеваның исеме мәңгеләштерелде


Сәхнә оҫтаһы оҙаҡ йылдар йәшәгән күп ҡатлы йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Был бурыс Тәтешле районы хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған. Тантанала актрисаның яҡындары, ғаилә дуҫтары һәм театр вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылыусылар Зинира Ҡасим тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡташты.

Зинира Атнабаева - Анатолий Луначарский исемендәге Рәсәй театр сәнғәте институтын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләгән осорҙа йөҙҙәрсә образ ижад итә. Бигерәк тә «Өҙөлгән туй» драмаһында уйнаған роле актрисаның юғары бейеклеккә күтәрә. Тамашасы күңелендә ул талантлы, киң яҡлы театр сәнғәте йондоҙо, ә ғаиләһенә эскерһеҙ, алсаҡ кеше булып һаҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ