Сираттағы яугирҙар төркөмөнөң ике аҙналыҡ ялы тамамланды

Хәрбиҙәр ике аҙна дауамында ғаиләләре, балалары, туғандары эргәҙендә ял иткән. Тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеп ир-егеттәр яңынан илебеҙҙе нацистарҙан яҡларға юлланды.

Яугирҙар Запорожье йүнәлешенә үҙҙәре хеҙмәт иткән урынға, республика тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа ҡуҙғалды . Улар Донбассҡа гуманитар ярҙам, хеҙмәттәштәренә посылкалар һәм күстәнәстәр алған. Уларҙы оҙатыу «Өфө-Арена»алдындағы майҙанда үтте.

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу дауам итә. Һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә ала. Килешеү буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә киткән яугирҙарға йылына 3 миллион 850 мең һум аҡса түләнә. Башҡортостанда «Рекрут»проекты ла эшләй. Контракт хеҙмәтен ойоштороуҙа ярҙам итеүселәргә бер тапҡыр бирелгән сумма күләме 50 мең һум. Һорауҙар буйынса Ситуация үҙәгенә122 телефон һандары буйынса, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ