Республиканан үҙәкләштереп оҙатлыған 139-сы ылау егермегә яҡын йөк машинаһында алып барылды. Был юлы махсус хәрби операциялағы яугирҙар техника һәм шәхси посылкалар алды.
Һуңғы айҙарҙағы иң ҙур гуманитар ярҙам колоннаһы тәғәйен урынға барып етте. Республиканан үҙәкләштереп оҙатлыған 139-сы ылау егермегә яҡын йөк машинаһында алып барылды. Был юлы махсус хәрби операциялағы яугирҙар техника һәм шәхси посылкалар алды.
«Морпех» ҡушаматлы яугир был гуманитар колоннаны түҙемһеҙләнеп көткән. Йөк машинаһында килгән тимер ат уның алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы буласаҡ. Яуҙа аяғын юғалтып та өйҙә ҡала алмай кире полкташтары янына килгән яугирға машина айырыуса кәрәк.
Юғары үтемле техниканы һатып алыуҙа ла «Морпехҡа» фронтта тапҡан дуҫтары ярҙам иткән. Ә йырҙарҙы ул ҡатынының зауығынан сығып тыңлаясаҡ. Тормош иптәше машинала тыңларға тип патриотик йырҙар йыйынтығы ла һалып ебәргән.
Башҡортостандан килгән сираттағы гуманитар ярҙамдың шаҡтай ҙур өлөшө лә техника. Бронялы урал, медицина ротаһы өсөн автобус, Нива, уаз, коляскалы мотоциклдар артабан хәрбиҙәргә хеҙмәт итәсәк. Йәмғеһе 37 берәмек транспорт сараһы килтерелгән. Юғары үтемле автомобилдәр заданиеларҙы теүәл үтәргә булышлыҡ итә, әммә тиҙ эшлектән сыға, ти яугирҙар.
Гуманитар ярҙамдың шаҡтай ҙур өлөшөн Туймазы районы халҡы туплаған. Рәзифә ханым яҡташтары йыйған ылауҙы егеттәрҙең тыл позицияларына уҡ алып барырға тырыша. Ике олатайым да Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Уларҙың тәрбиәһе миндә фронтҡа ярҙам итеү теләге уята, ти ул.
Гуманитар конвой хәҙер яугирҙарҙың ихтыяжынан сығып туплана. Шуға күрә йөк машиналарында тәү кәрәк әйберҙәр.
Аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, төҙөлөш материалдары булһынмы-былар барыһы ла яугирҙарға еңеүҙе яҡынайтыуға көс өҫтәй. Ә инде өйҙән яҙылған хаттар тыуған яҡ хәстәрен тағы ла нығыраҡ тойорға ярҙам итә ти улар.
Айнур Кәбиров



