«Башҡорт аты» китабының исем туйы: тарих һәм сәнғәт бәйләнеше


Башҡорт атына мәҙхиә. Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейының визит үҙәгендә Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Мәхмүт Сәлимовтың «Башҡорт аты» китабының исем туйы үтте. Осрашыу урыны итеп Шишмә районы осраҡлы һайланмаған. Сарала шулай уҡ китапҡа ингән рәссамдарҙың эштәренән торған күргәҙмәгә лә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Гөлшат менән Илдус Закировтар ижади ғаилә булараҡ билдәле. Уларҙың эштәре илдең ниндәй генә төбәктәренә сығарылмаған да, кемдең генә шәхси коллекцияһын тулыландырмаған. Илдус Наил улы скульптор композициялары менән булышһа, ә тормош иптәше картиналар яҙа. Икеһенең дә ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ - аттар төшөрөү.

Гөлшат Закированың ҡайһы бер картиналары «Башҡорт аты» китабына ла ингән. Отставкалағы полковник Мәхмүт Сәлимов авторлығында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән йыйынтыҡҡа ҡыҙыҡлы дәлилдәр, риүәйәттәр һәм ат тураһында хикәйәләр ингән. Баҫмала шулай уҡ Нурмөхәмәт олатаһының әкиәт-легендалары айырым урын биләй. Улар шәхси тәжрибәгә нигеҙләнгән һәм тарихи факттар менән тулыландырылған. Улар аша уҡыусылар башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше һәм йолалары хаҡында белә ала.

Эш тә һуңғыһы булмаҫ, тип көтөлә. Сөнки әйтәһе фекерҙәр, халыҡҡа еткерер фәһемле тикшеренеүҙәр бик күп. Өҫтәүенә, һуңғы йылдарҙа башҡорт тоҡомло аттарға ҡарата иғтибар ҙа үҙе үк шуны талап итә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ