Башҡорт дәүләт аграр университеты махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам оҙатты

Ылауға оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, дарыу, маскировка селтәрҙәре, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Әйберҙәрең күбеһен студенттар үҙҙәре етештергән.

Таҫма таҫмаға үрелеп, һә тигәнсе ҙур маскировка селтәре барлыҡҡа килә. Бигерәк тә эшсе ҡулдар күп булғанда, эш дәррәү бара. Студенттар араһында ирекмәндәр шул тиклем күп, хатта ятаҡтың һәр ҡатында йәшәүселәр өсөн айырым көндәр бүленгән. Теләгән һәр кем буш ваҡытында килеп алғы һыҙыҡҡа ярҙам итә ала.

Ылауға бензобысҡы, генератор, шөрөп борғос, дарыуҙар ингән. Университеттың аҙыҡ технологиялары факультеты студенттары һалдаттар өсөн ит консервалары әҙерләгән. Ә механиктар иҫке мотоциклды ремонтлаған.

Был юғары уҡыу йортоноң махсус хәрби операция яугирҙарына икенсе гуманитар ылауы. Был юлы уны университет проректоры оҙатып барып, алғы һыҙыҡтағыларға үҙ ҡулы менән тапшырмаҡсы.

Студенттар бөгөндән киләһе ылауҙы туплауға тотонған. Тыл ныҡлы булғанда, фронт та һынатмай.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ