Башҡорт рухы һәм берҙәмлек: «Киләсәккә ҡарап» документаль фильмы эфирға сыға


Киләсәккә ҡарап. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы алдынан БСТ телеканалы ижтимағи ойошманың тарихи үткәне һәм әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған мөһим социаль йүнәлешле проекттарына байҡау яһаны.

Документаль фильмда Ҡоролтайҙың башҡорт этносының артабанғы үҫеш юлдары, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа тотҡан роле тураһында тураһында республиканың билдәле шәхестәре фекер алыша. Улар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, йәмәғәтселәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре лә бар. Кинотаҫмала БСТ телеканалы архивында тупланған бай видеоматериал файҙаланылған. «Киләсәккө ҡарап» тип исемләнгән фильм бөгөн киске сәғәт 9 тула 15 минутта эфирға сыға.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ