Үҙгәрештәр хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡағыла. Документты тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фондында Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.
Яугирҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын Рәсәй Оборона идаралығы милли үҙәге биргән ветеран танытмаһы булған ике шаһит раҫларға тейеш. Федераль тариф буйынса шаһиттар тарафынан раҫланыу өсөн нотариаль тикшереү хаҡы 100 һум. Ғариза биреүселәр төбәк тарифын түләүҙән азат ителә.



