Өфөнөң «Көрәш һарайы»нда тәүге күнекмәләр үтте

Беренсе көндә үк 300-ләп бала дүрт төрлө секцияла шөғөлләнгән. Яңы спорт комплексында көрәштең һигеҙ төрө буйынса уҡыу-уҡытыу сараларын ойоштороу күҙаллана. Шул иҫәптән грек-рим көрәше нигеҙендәге олимпия резервына ингән мәктәп тә тулы кимәлдә эш башлаясаҡ. Аҙна аҙағында иһә полицияның генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтә. Йыл аҙағына тиклем ил, республика кимәлендәге тағы өс спорт ярышын ойоштороу планлаштырыла. «Көрәш һарайы» дүрт йәштән алып балаларҙы ҡабул итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ