Был туралағы һорау бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышында күтәрелде.
Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәренең ҡануниәтен яҡлау буйынса тәүге семинар-уҡытыу ҙа ойошторолдо. Уға республика район-ҡала хакимиәттәренән быйыл йәй һайланған 70 секретарь саҡырылды. Уларға комиссия ағзаһы сертификаттары менән бергә, Башҡорт энциклопедияһы институтының тәржемә бүлеге әҙерләгән махсус белешмәһе таратылды. Унда башҡорт һәм рус телдәренең дөрөҫ яҙылышы буйынса миҫалдар бирелгән.
Сара барышында эште халыҡ менән бергә тормошҡа ашырыу кәрәклеге билдәләнде. Алтаҡталарҙан тыш, ер-һыу атамаларына ла иғтибар йүнәлтеү мөһим. Сөнки, һуңғы йылдарҙа тик рус телендә генә әйтелгән исемдәр йышайҙы. Белорет районындағы Ҡолсоғаҙыташты мәҫәлән, бөгөн күптәр русса исеме «Синие скалы»нан сығып «Күк ҡая» тип йөрөтә. Ошондай хаталарға юл ҡуймаҫ өсөн башҡорт телен киңерәк өйрәнеү кәрәклеге билдәләнде. Сығыш яһаусылар фекеренсә, башҡорт теле - донъя теле. Уны һаҡлау һәм үҫтереү үҙебеҙҙең ҡулда.



