Быйыл август аҙағында асылған уникаль комплекс Халыҡ-ара кимәлдәге бер нисә күләмле форумды ҡабул итте. Шул иҫәптән Рәсәй - спорт державаһы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, бизнес аҙналығы, Ялта форумдарын. Аҙна башынан Көрәш һарайы яңы көс менән эш башланы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тәүге күнекмәләр балалар өсөн күңелле үтә. Спорт менән шөғөлләнә башлауҙа ул иң мөһиме. Көрәш һарайының асылыуын бигерәк тә эргә-тирәлә йәшәгәндәр түҙемһеҙләнеп көткән. Шуға ла комплекс файҙаланыуға тапшырылғас та ата-әсәләр балаларын теләгән секцияға килтергән.
Спортҡа ҡыҙыҡһыныуы булған әсәләр ҙә ҡыҙҙарын дзюдоға алып килгән.
Ҡурҡыу, ҡурҡытыу ҙа юҡ. Бары тик балаларҙы яңы мөхиткә яраҡлашыу ғына талап итә, тигән фекерҙә тренерҙар. Шөғөлдө лә улар тәүҙә ҡыҙыҡһындырыуҙан башлап, артабан физик әҙерлеккә күсеү маҡсатында эшләй.
Беренсе көндә үк дзюдо, грэпплинг, ирекле көрәш һәм самбо буйынса тәүге күнекмәләрҙә 300-ләп бала шөғөлләнгән. Яңы спорт комплексында, ғөмүмән, көрәштең 8 төрө буйынса уҡыу-уҡытыу сараларын ойоштороу күҙаллана. Әйткәндәй, Көрәш һарайына балаларҙы 4 йәштән алып килергә була. Секцияға алдан яҙылып килеү талап ителә. Белешмә өсөн телефон: 8 347 299 - 20 – 99.
Азат Ғәлиуллин



