Өфөлә «Башҡорт һылыуҡайы» күргәҙмәһе ойошторолдо


Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында «Башҡорт һылыуҡайы» тип исемләнгән бер көнлөк күргәҙмә ойошторолдо. Экспозицияла башҡорт милли кейеменең иң аҫыл өлгөләре тәҡдим ителгән. Улар араһында ҡайылған янсыҡ, һарауыс, таҫтамал, күкрәксә - йәмғеһе йөҙҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Улар Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһына инә. Унда XX быуат башында экспедициялар һөҙөмтәһендә тупланған боронғо әйберҙәр ҙә бар. Әйткәндәй, музейҙың һарауыстар коллекцияһы илдә иң ҡиммәтле һанала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ