Өфө сәнғәт училищеһының Халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге ойошторолоуға - 80 йыл


Юбилейлы дата уңайынан уҡыу йортонда ғилми-ғамәли конференция, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ике көн дауам иткән сара студенттар һәм бүлекте төрлө йылда тамамлаусылар ҡатнашлығындағы музыкаль концерт менән тамамланды. Училищеның Халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә. Бөгөн унда балалайка, домра, баян, аккордеон һәм гитара йүнәлештәре буйынса белем алырға була.


Уҡыу йылдары тураһында күңелемдә яҡты хәтирәләр һаҡлана. Студент саҡта уҡ беҙ оркестрҙа, ансамблдә уйнаныҡ. Остаздарыбыҙ иҫ киткес көслө булды. Беҙҙе улар музыканы ла, балаларҙы ла яратырға өйрәтте.

Ирина Һунаршина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, юғары категориялы педагог
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ