Өфөлә профессор Наил Ғатауллин иҫтәлегенә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса турнир үтте. Табиптар араһында ярыштар йыл әйләнәһенә үткәрелә. Һаулыҡ һағында тороусылар ярты быуатҡа яҡын спорттың төрлө төрҙәрендә көслөләрҙе асыҡлай.
Ә бына волейбол буйынса бәйге өсөнсө тапҡыр ғына уҙғарыла. Быйыл унда 16 команда ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһе буйынса Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы чемпион исеменә лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы, шулай уҡ Профсоюз һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берлектәге командалары бүлеште. Артабан медицина хеҙмәткәрҙәре саңғы ярыштары буйынса стартҡа сыға. Февраль башында турнир 50-се тапҡыр үткәрелә.



