Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһай

Башҡортостан башлығының парламентҡа  Мөрәжәғәтнамәһе әлеге минуттарҙа башланып тора. “Бөгөн республика етәксеһе эшмәкәрлегеенә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар йәғни Башҡортостандың үҫеш юлдарын билдәләй”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһай

“Парламенттағы сығыш депутаттарға мөрәжәғәт итеү генә түгел, ул республика халҡына мөрәжәғәт. Был сәйәси сара йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”, - тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.

Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһай

Республика башлығы парламентҡа йыл һайын мөрәжәғәт итә. Ул Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһы буйынса ҡаралған. БСТ, “Башҡортостан 24” телеканалдары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан тура трансляция күрһәтә.

Фото №1 - Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ