Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров парламентҡа мөрәжәғәтендә ошо турала белдерҙе. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан етәксеһе ошо турала указға ҡул ҡуйған. “Беҙҙә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төр ярҙам ҡаралған. Уларҙы артабан да арттырасаҡбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.
“Маҡсатлы йылда илебеҙҙең батыр улдарын һәм уларҙың яҡындарын хәстәрләүгә иғтибар тағы ла арта. Ватан һаҡсылары бындай ярҙамға лайыҡ. Сөнки улар ил өсөн мөһим һәм яуаплы осорҙа уға терәк булды”, - ти Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
Радий Хәбировтың сығышы барышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.




