“Владимир Путин ил төбәктәренә ҙур иғтибар бүлә. Халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән масштаблы проекттарҙы тормошҡа ашыра. Президент Башҡортостанға һәм унда йәшәүселәргә оло ихтирам менән ҡарай. Беҙ һәр ваҡыт лидерыбыҙҙың курсын хуплаясаҡбыҙ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров парламентҡа мөрәжәғәтендә. “Бөтә мөһим йүнәлештәр буйынса Милли проекттар булдырылды. Улар буйынса эш башланасаҡ”, - тине ул.
Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем тулайым төбәк продуктын 4 триллион һумға еткереү бурысын ҡуйҙы. Бөгөн иҡтисад фронты махсус хәрби операцияла уңышҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе булып тора, тине республика етәксеһе.




