Башҡортостан Башлығы бөгөн ошондай бурыс ҡуйҙы. “Иҡтисад фронты махсус хәрби операцияла уңышҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе булып тора. Башҡортостанға инветиция һалыусыларҙы арттырыу мөһим”, - тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә.
“Иҡтисадта даими үҫеш булдырыу өсөн бер нисә программа төҙөлдө. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса “Инвестицияларҙы һаҡлау һәм дәртләндереү” проекты уңышлы файҙаланыла. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланыу киңәйтелә. Иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлек яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.
Башҡортостанда тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә лә ҙур иғтибар бирелә. Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм тағы ла бер нисә илдә республика вәкиллектәре асылды.




