Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән 15-тән ашыу башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшләй. Йәкшәмбе мәктәбе булдырылған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов һөйләй.
Иртәгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы уҙғарыла. Сара “Торатау” конгресс-холында үтә. Унда секция һәм пленар ултырыштар, ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ижади лаборатория ойошторола. Шулай уҡ туған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекттар ҡарала.




