Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Радий Хәбиров тәҡдим иткән кандидатураны бер тауыштан хупланы. - Хөкүмәт ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәй. Төрлө шарттарҙа эшләргә тура килде. Андрей Назаровтың энергияһы, теләге һәм ҙур тәжрибәһе бар, тине Республика Башлығы. Андрей Назаров 1970 йылда Баймаҡта тыуған. Идара итеү өлкәһендә һәм бизнеста тәжрибәһе ҙур. 1998-2004 йылдарҙа Башҡортостандың Магнитогорскиҙағы вәкиллеген етәкләй. 2003 йылда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары берлеге рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты була. Һуңғы алты йылда Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәтендә эшләне. 2019-2020 йылдарҙа премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары булды, 2020 йылдан - премьер-министр.




