Радий Хәбиров Өфөнө төҙөкләндереү тураһында һөйләне

Өфөнөң Ленин паркы төҙөкләндерелә. Баш ҡала үҙәгендә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыла. Милли ҡаһарманыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле яңыртыла. Башҡортостан Башлығы был турала парламент депутаттары алдындағы сығышында белдерҙе.

Радий Хәбиров Өфөнө төҙөкләндереү тураһында һөйләне

Бөгөн Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында төҙөкләндереү бара. Ул йәйәүлеләр урамы була. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм баш ҡала хакимиәтенә масштаблы проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Киләһе йылда Театр урамын яңыртыу башлана, тине ул.

Радий Хәбиров Өфөнө төҙөкләндереү тураһында һөйләне
Фото №1 - Радий Хәбиров  Өфөнө төҙөкләндереү тураһында һөйләне
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ