2030 йылға тиклем уның күләме 9 миллиард ярымға етергә тейеш. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа мөрәжәғәтендә ошо турала белдерҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, киләһе йылда Р-240 трассаһын киңәйтеү башланырға тейеш. 2025 йылдың аҙағында Шаҡша күпере файҙаланыуға тапшырыла. Ағиҙел аша тарихи күперҙә капиталь ремонт тамамлана. Кузнецов затонында һәм Интернациональ урамында яңы күпер төҙөү ҡарала.




