Хәйбулла районында Йәштәр йорто асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша яңы учреждение эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Бында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар үҙҙәренең проекттары өҫтөндә эшләп, ижад менән шөғөлләнә ала, кәңәшмәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу өсөн мобиль конференц-зал булдырылған, психолог һәм социаль педагогтар эшләйәсәк. Билдәле булыуынса, район хакимиәте тарафынан Йәштәр йорто өсөн бина бүленеү менән унда капиталь ремонт уҙғарыу өсөн тейешле документтар Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына ебәрелә. Төҙөкләндереү эштәре төбәк программаһы буйынса уҙғарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ