«Тел һәм оҡшашлыҡ». Өфөлә ошо исем аҫтында үткән ғилми форумда төрки халыҡтар мәсьәләләре ҡаралды. Сара Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәренә ҡағылды. Тәжрибә уртаҡлашыуға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ижевск, Әстрәхан һәм башҡа ҡалаларҙан төрки халыҡтар зыялылары йыйылғайны.
Башҡорт теле - рус, татар, чечен телдәре менән бер рәттән илдә иң таралған биш тел исемлегендә. 2020-2021 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡортса миллиондан ашыу кеше аралаша. Туған телде белеү яҡшы, ә бер нисә телдә иркен аралашыу һәм белем алыу икеләтә хуп. Был йәһәттән Башҡортостанда полилингваль белем биреү учреждениелары артыуы күҙәтелә. Бөгөн төбәктә уларҙың һаны һигеҙгә еткән. Полиглот балаларҙы тәрбиәләү өсөн республикала махсус белгестәр әҙерләнә.
Туған тел тотороҡлоғо уны балаларҙың белеүенән тора. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы стратегияһына ярашлы, кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр айырым маҡсатлы аудитория һаналып, улар өсөн махсус саралар булдырылған. Шуға ҡарамаҫтан, туған телде белеү башлыса ғаиләнән килә. Форумда билдәләнеүенсә, йәштәргә хас милли оҡшашлыҡ көрсөгө әле Төнъяҡ Кавказ халыҡтарында күҙәтелә. Уны иҫкәртеү һәр халыҡ өсөн мөһим, ти ғалимдар.
Һәр халыҡта тел менән мәҙәниәт бер-береһенә үрелеп килә. Тәрән йөкмәткеле башҡорт милли мәҙәниәте боронғо йолаларҙы һаҡлай алыуы менән һоҡландыра. Форумда был юҫыҡта ауыҙ-тел ижады өлгөләренең әһәмиәте тураһында әйтелде. Тарихсы һәм этнограф Гөлсифә Баҡыева башҡорт һәм татар халыҡтары фольклорының оҡшаш яҡтарын өйрәнгән.
Форумда ҡаралған проблемалар даирәһе киң булды. Милли оҡшашлыҡ, тел һәм мәҙәниәт, төрки халыҡтары телдәренең юғалыу хәүефе, балаларға милли белем биреү - уларҙы хәл итеү ысулдары менән төрлө халыҡ вәкилдәре бүлеште.
Ғилми форум Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы съезы алдынан үтте. Тимәк, милли мәсьәләр тураһында әңгәмә иртәгә лә дауам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина



