2024 йылдың һуңғы пленар ултырышында депутаттар алдағы 3 йылға республика бюджетын раҫларға, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджетын ҡабул итергә йыйына. Бынан тыш, республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына һәм бушлай медицина ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү һәм башҡа ҡануни проекттарҙы ҡарау күҙаллана.
Ултырышта шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт уңғандарына ведомство наградаларын тапшырҙы. Улар араһында БСТ телеканалының Мәғлүмәт программалары баш редакцияһы координация хеҙмәте етәксеһе Алһыу Тоҙбәкова менән режиссер Зәлифә Бикташева ла бар. Улар икеһе лә телевидениеға оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән һөнәр оҫталары. Бөгөн хеҙмәттәштәребеҙҙең республика телевидение тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө юғары баһаланды.



