Спорт йәшәү дәрте өҫтәй. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында райондың инвалидтар йәмғиәтенең беренсе рәйесе Александра Ламзина кубогына спорт ярышы үтте.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы уңайынан Баймаҡ районында төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары үтә. Уҙған ялда 17 инвалид спортсы шашка, дарст, өҫтәл теннисы, йөҙөү һәм гирь күтәреү буйынса көс һынашты.
Бала сағынан спорт менән дуҫ булған Ғәле Бикташев 1989 йылда аварияға осрай. Бөгөн ул икенсе төркөм инвалиды булһа ла өҫтәл теннисы буйынса 3-сө разрядлы спорт мастеры. Көслө рухлы ир уҙаманы бер ваҡытта ла спортты ташламай төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Кеше яҙмышына битараф булмаған Таулыҡай, Ниғәмәт ауыл биләмәләре башлыҡтары ярышырға теләүсе сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сиклеләрҙе алып килгән. Улар үҙ-ара араларшып, уйындарҙа ихлас ҡатнашты.
Раушания Рәхимова



