Парламент Республика Башлығы мөрәжәғәтенән һуң тәҡдимдәр әҙерләй

Башҡортостан парламенты депутаттары Республика Башлығының мөрәжәғәтенән һуң ҡануниәт буйынса тәҡдимдәрҙе бер аҙнала әҙерләйәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, махсус хәрби операция мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь, хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, ҡала һәм райондарҙа инфраструктура проблемалары күтәрелде. Уларҙың күптәрен хәл итеү өсөн ҡануниәтте яңыртырға кәрәк. Депутаттар корпусының бурысы  -  ошо эште башҡарыу, республика халҡы мәнфәғәттәрен яҡлау, - тине  Константин Толкачев. 

Фото №1 - Парламент Республика Башлығы  мөрәжәғәтенән һуң  тәҡдимдәр әҙерләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ