"Өфө" футбол клубының спорт директоры Омари Тетрадзе шулай тип белдерҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа бер арбала. Команда турнир таблицаһының түбәнге өлөшөндә. Төп маҡсат - беренсе лигала урынды һаҡлап ҡалыу. Тренерҙар штабы һәм етәкселек менән яңы футболсылар йәлеп итеү буйынса эш алып барасаҡбыҙ, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә кәрәк, - тине ул. Беренсе лигала ҡышҡы тәнәфес башланды. Ул мартҡа тиклем дауам итә. "Өфө" чемпионаттың беренсе өлөшөн 18 команда араһында 15-се урында тамамланы.




