Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында дәүләт наградалары тапшырҙы


Салауат Юлаев орденына президиум рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов лайыҡ булды. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр араһында бер нисә делегат бар. Бынан тыш, пленар ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге иғлан ителде. Яңы мөҙҙәткә президиумы рәйесе итеп йәнә Эльвира Айытҡолова, ҡоролтайы рәйесе итеп Юлдаш Йосопов һайланды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ