Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреүҙән юғары белемгә тиклемге бөтә баҫҡыстарҙы үҫтереүҙә юғары маҡсаттар ҡуйыла. Төбәктә уҡытыусылар өсөн һөҙөмтәле ярҙам системаһы төҙөлгән. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, быйыл балалар баҡсаларының иң яҡшы уҡытыусыларына 75 грант раҫланған. Киләһе йылдан мәктәптәрҙең иң уңышлы йәш етәкселәре 50 грант аласаҡ. Йыл һайын кәмендә 1 мең уҡытыусыға шифаханаларыбыҙҙа шифахана-курорт хеҙмәттәрен алыуға сертификаттар тапшырыласаҡ. Беҙҙең уҡытыусылар берләшмәһе вәкилдәре был хаҡта бер нисә тапҡыр һораны, тине Башҡортостан башлығы. Бәләкәстәр менән Өфөнөң 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова уңышлы эшләй. Ул балаларҙы туған телгә, йолаларға һәм милли мәҙәниәткә ылыҡтырыусы тәрбиәселәр араһында үткәрелгән «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2024» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Илдәге иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыһын ҡотлайбыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ!, - тине Радий Хәбиров.
Әлиә Риза ҡыҙы 18-се балалар баҡсаһында 2020 йылдан эшләй. Полилингваль төркөмдә еңелдән түгел, әлбиттә, сөнки тәрбиә, белем биреү башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барыла. Тимәк, барыһын да төплө белеү мөһим. Бында ҡала мөхитендә үҫкән йәш милләттәштәребеҙҙе башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, телмәрҙәрен байытыу йәһәтенән комплекслы эш алып барыла. Республикала балалар баҡсалары тәбиәселәренә, уҡытыусыларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелеүе тағы ла дәрләнеп эшләргә көс бирә, ти Әлиә Ишдәүләтова.



