85 йыллыҡ юл: Ғәскәров ансамбленең хореография һулышы


Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 85 йыллығына бәйле ҙур концерт программалары дауам итә. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үткән тамашаға ижади коллективтың ветерандары махсус саҡырылды. Улар алдында хәҙерге быуын бейеүселәре легендар шәхес Фәйзи Ғәскәров ҡуйған - «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» кеүек хореографик композициялар менән сығыш яһаны. Шулай уҡ бөгөн репертуарҙа яратып башҡарылған донъя халыҡтары бейеүҙәре лә тәҡдим ителде. Юбилей тамашаһының Опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләнеүе осраҡлы түгел. Сөнки Фәйзи Әҙеһәм улы тәүге ҙур аҙымдарын тап ошо мәҙәни бинала башлаған.

Юбилей концерты бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙе йыйҙы. Улар араһында ансамбль ветерандары айырым урын биләй. Әйткәндәй, байрам концерты иртәгә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ла дауам итә. 7 ғинуарҙа иһә коллектив Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ