Башҡорт теле көнөнә рухлы сара. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды баш ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә байрам ойошторҙо. Йылдағыса майҙанға килеүселәр өсөн күңелле концерт номерҙары, милли биҙәүестәр етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.
Башҡорт халҡының рәсми булмаған гимнына әүерелгән йыр тотош сауҙа үҙәген яңғыратты. Асыҡ милли тамашаларға һыуһаған халыҡ рәхәтләнеп күңел асты.
Үҙ ҡулың менән эшләгән биҙәүес айырыуса матур һәм ҡәҙерле. Кескәйҙе ҡул эше серҙәре менән тәжрибәле оҫталар таныштырҙы. 7 йәшлек Ғәлиә Йосопованың бәләкәй милли биҙәүестәр коллекцияһын үҙе эшләгән сулпы байытты.
Милли биҙәүестәрҙе кейеп, уны үҙаллы етештереп, боронғо йорт кәрәк-яраҡтарын күреп, балалар ҡыҫҡа ваҡытҡа милли мәҙәниәткә сумды. Бәләкәй йәштәгеләрҙе башҡорт тарихы менән яҡындан таныштырыу Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының «Мөхит» проекты маҡсаты булып тора.
«Әлләсе» уйыны - фондтың сираттағы проекты. Башҡортостан башлығы грантына йәмғеһе 4 интеллектуаль өҫтәл уйыны эшләнгән. Әле уларҙың икәүһе әҙер. 2025 йылда уйындарҙың башҡалары сығасаҡ.
Оҫталыҡ дәрестәренең күбеһе балалар өсөн йүнәлтелгәйне. Сөнки улар милләт киләсәге. Кескәйҙәр шулай уҡ һүрәт төшөрҙө, шыршы шарҙарын буяны.
Сара популяр башҡорт йырсылары композициялары оҙатыуында барҙы. Майҙанға йыйылған халыҡ Башҡорт теле көнөн күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе.
Рәзилә Ғилметдинова



