Өфөлә Аҡмулла стипендияһы таныҡлығын тапшырылды


Бөгөн республикала башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам төбәктә 2019 йылдан алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса ойошторола. Башҡорт теле көнө уңайынан республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев һәләтле студенттарға Аҡмулла стипендияһы таныҡлығын тапшырҙы. Уға ярашлы, студенттарҙың төп стипендияһына өҫтәмә биш мең һум аҡса түләү ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ