Яңы йыл алдынан янғын хәүефһеҙлегенә иғтибар арта


Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына ваҡыт ҡалып килә. Статистика буйынса, ҡышҡы каникул осоронда янғындан зыян күреүселәр артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, былтыр байрам көндәрендә республикала 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышында фажиғәле хәлдәрҙе булдырмау саралары тикшерелде. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы ваҡытында республикала янғынға ҡаршы махсус режим индереләсәк. Был осорҙа Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм уның ҡарамағындағы учреждениеларҙың шәхси составы «юғары әҙерлек» режимына күсерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ