«Эмилияның еңеүе: яңы ысул ярҙамында яман шеште еңеү тарихы»


Көтөп алынған ҡыңғырау. Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә яман шеште еңгән пациенттар өйгә ҡайтыр алдынан мөһим йола үтәй.

Был юлы ҡыңғырауҙы 16 йәшлек Эмилия Хәбибуллина сыңлатты. Ҡыҙға Ходжкин лимфомаһы диагнозы ҡуйылған. Табиптар әйтеүенсә, сир менән башлыса үҫмерҙәр яфалана һәм уны ваҡытында асыҡлаған осраҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Эмилия Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә яңы ысул буйынса химия терапияһын үтә. Дауаланыу курсы тамам, ҡыҙ яман шеште еңгән. Ошо уңайҙан пациенттар һәм табиптар дауахана фойеһында Эмилияны ҡотларға йыйылды. Үҫмер яман шешете еңгән һәр пациент үтәй торған йоланы башҡарып - ҡыңғырау бирҙе.


Дауаханаға эләккәндең һуң тәүге көнөндә үк бер пациентты сығарғайнылар. Шунда ошо йола тураһында белеп ҡалдым. Үҙемдең ҡыңғырауымды ныҡ көттөм. Өйгә алып ҡайтырға әсәйем менән һеңлем дә килде. Дауаланыу курсы тулыһынса тамамланды. Йыл дауамында өс айға бер күренеп торорға кәрәк буласаҡ.

Эмилия Хәбибуллина

Ҡыңғырау сыңы - яман шеште еңеү билдәһе, шуға күрә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә уның йышыраҡ яңырауына өмөтләнәләр. Үҙенсәлекле йола бәләкәй пациенттарҙың дауаланыу курсын еңелерәк үткәрергә һәм ҡурҡыуын юҡҡа сығарырға мөмкинлек бирә, ти табиптар.


Беҙҙең өсөн дә был мөһим сара, сөнки эшебеҙҙең һөҙөмтәһен, балаларҙың һәм уның ата-әсәһенең шатлығын күрәбеҙ. «Ниһайәт, ябай тормош менән йәшәй башлай алаһығыҙ», - тип әйтә алабыҙ.

Юлиә Олейникова, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге онкологы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ