Өфөлә бишенсе «Тамыр селтәре» медиафестивале һәм командаларҙы, йәш хәбәрселәр, телестудия етәкселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Мәктәп телестудиялары селтәре биш йыл элек «Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән интенсив-тренинг, медиаконтент булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, йөҙҙәрсә видеояҙмалар һәм айырым тапшырыуҙар төшөрөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика район-ҡалаларының мәктәп телестудиялары, ысынлап та, бөгөн тотош Башҡортостандың төп телеканалы менән хеҙмәттәшлек итә. Үҙ төбәк яңылыҡтарын улар «Тау-тау хәбәр» тапшырыуы аша даими еткереп тора. «Тамыр» телеканалында ойошторолған майҙансыҡ тағы ла сифатлы яҙмалар менән уртаҡлашырға, хәбәрселәр, оператор-ҡораусыларҙың файҙалы кәңәштәрен тыңлап, тәжрибә туплау мөмкинлеге бирҙе.
Бер нисә майҙансыҡта алып барылған оҫталыҡ дәрестәренән һуң, артабан сара БСТ телеканалының ҙур студияһында дауам итте. Унда йыл дауамында уңышлы эшләп килгән бер төркөм телестудия ағзалары айырым билдәләнде.
Тантаналы сарала шулай уҡ махсус номинациялар менән бергә, йылдың иң яҡшы хәбәрсеһе, оператор-ҡораусыһы ла айырым бүләкләнде. Быйыл йәнә беренселекте Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты яуланы.
«Тамыр селтәре» медиафестивале «Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бишенсе йыл ойошторола. Республика мәктәптәре менән алып барылған даими бәйләнеш - башҡорт телен үҫтереүҙә һәм өйрәнеүҙә ҙур мәктәп булып тора .
Азат Ғәлиуллин



