Башҡортостанда полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры үтте. Өфөнөң Көрәш һарайына 250 ҡатнашыусы йыйылды. Ярыш ике категория - 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм унан өлкән ир-егеттәр араһында уҙҙы. Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры республикала дүртенсе тапҡыр ойоштролдо.
Сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Артур Әхмәтханов биш йыл элек арабыҙҙан китте. Артур Фәрүәз улы үҙенең ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә һәм граждандарҙы яҡлауға бағышлаған шәхес. Ул ауыр енәйәт эштәрен асыҡлай, террорға ҡаршы көрәшә. Башҡортостанға көс структураларының эшен күҙәтеүсе вице-премьер вазифаһын башҡара. Артур Әхмәтханов оҙаҡ йылдар спортсыларға даими ярҙам күрһәтә, милли көрәш, дзюдо һәм спорт көрәше федерацияларын етәкләй.



