Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының 22-се съезында ҡатнашты


Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының 22-се съезында ҡатнашты. Форумдың пленар ултырышында Владимир Путин сығыш яһаны.

Президент билдәләүенсә, сәйәси партия вәкилдәре махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып еңеүҙе яҡынайтыуға бар көсөн һала. Геройҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн мөһим закон проекттары өҫтөндә эшләй, азат ителгән төбәктәрҙе тергеҙеүҙә үҙ өлөшөн индерә, хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән ҡайтҡан ветерандар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Күп кенә депутаттар, төрлө кимәлдәге төбәк һәм муниципаль етәкселәр Ватанды һаҡлар өсөн үҙҙәре фронтҡа китте. Әлбиттә, был ҡыйыу аҙым ихтирамға лайыҡ. Бөгөн Рәсәй субъекттары Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең шефлыҡҡа алынған тәбәктәренә, шулай уҡ Курск өлкәһе халҡына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, кешеләр «Берҙәм Рәсәй» 2021 йылда парламент һайлауҙарына барған халыҡ программаһының тулыһынса үтәлеүен көтә. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре - хатта ҙурыраҡ күләмдә. Аныҡ миҫалға килгәндә, 2026 йылға 7 меңдән ашыу мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәрелергә тейеш. Әммә хәҙер үк был программаны киңәйтеү ҡарала. Атап әйткәндә, 2031 йылға төҙөкләндереү талап ителгән бөтә белем усаҡтары ла яңы һулыш аласаҡ. Дөйөм алғанда, «Берҙәм Рәсәй» үҙенең бөтә эшмәкәрлеген тап халыҡ менән диалогта ҡорорға, уларҙың фекеренә таянып эш итергә тейеш, тине Рәсәй Президенты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ