Әбйәлил районында теркәлгән янғында ике баланың ғүмере өҙөлгән


Уҙған төндә Асҡар ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йортта ут сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 9 йәшлек малай менән 10 йәшлек ҡыҙ бала һәләк була. Уларҙың кәүҙәләре янғын һүндерелгәндән һуң соланда табылған, - тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Уларҙың ата-әсәһе һәм 2021 йылғы бала тәҙрә аша сығып өлгөргән. Ата-әсә медицина учреждениеһына оҙатылған, бәләкәй бала зыян күрмәгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Әбйәлил районы прокуроры Виталий Архаткин барған. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ