Республикала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы күләмле тантана менән билдәләнәсәк


Башҡортостан - геройҙар Ватаны. Республикала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы күләмле тантана менән билдәләнәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Республикала төрлө быуын геройҙары миҫалында илһөйәр йәштәр тәрбиәләнә, тине Радий Хәбиров.

Һуғышта барыһына ла өйрәнәһен. Хатта иң ҡот осҡосона. Тик ҡаршы көстәргә иңгә-иң терәшеп алышҡан иптәшеңде юғалтыу иң ҡыйыны, ти «Черный» ҡушаматлы яугир. Махсус хәрби операцияға ул былтыр ҡушылған. Яу афәтен кисерергә уларға тыл ярҙамы, балалар яҙған йылы хаттар ярҙам итә.


Әлеге ваҡытта мин яраланыу сәбәпле, отпускыламын. Ваҡытты файҙалы үткәрергә тырышам. Балалар менән осрашыуҙарға йөрөйөм. Сөнки илһөйәр киләсәк тәрбиәләү - беҙҙең бурысыбыҙ.

«Чёрный» ҡушаматлы яугир

Илһөйәрлек саралары бөтә республикала үтә. Яңыраҡ Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Артем Бүләковҡа таҡтаташ асылды. Мемориал ул уҡыған Турбаҫлы мәктәбендә ҡуйылды. Ватан азатлығы өсөн йәнен биргән һалдат вафатынан һуң, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Махсус хәрби операция яугирҙары - бөгөнгө көн геройҙары. Шул уҡ ваҡытта республикала элекке хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар ҙа онотолмай. Бигерәк тә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Ватан һаҡсыларын иҫкә алыу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Был турала Башҡортостан башлығы йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Баш ҡалала юбилейлы дата уңайынан күләмле тантана ойоштороу ҡаралған.

Махсус хәрби операция яугирҙары киләһе парадта ла ҡатнашасаҡ. Һуңғы ике йылда һалдаттар парад составында айырым саф булып үтте. Үткән заман геройҙарын хәтерләгән, бөгөнгө батырҙарҙы ҡәҙерләгән ил ныҡлы һәм көслө.

Рәзилә Ғилметдинова

Волна
Акции БСТ