Ватан һаҡсылары өсөн. Өфөнөң Ленин районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Ылау алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып тупланған. Төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, шәхси посылкалар менән бергә УАЗ фермер автомобиле лә оҙатылды. Машина яугирҙар өсөн махсус әҙерләнгән, бынан тыш, запас тәгәрмәстәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һалынған.



