Башҡортостанда трассаларҙа йөк һәм пассажир машиналары хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде


Башҡортостанда буранлап, ҡар яуыуға бәйле, трассаларҙа йөк һәм пассажир машиналары хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы тарафынан индерелгән ҡағиҙә 17 декабрь иртәнге сәғәт 10-ға тиклем ғәмәлдә ҡала . Баш ҡала урамдары ҡарҙан таҙартыламы һәм алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Һуңғы ике көн яуған ҡар бала-сағаны ҡыуандырһа, өлкәндәрҙе бер аҙ борсоуға һала. Көрт, ҡар өйөмдәре машианалар хәрәкәтенә ҡамасаулап , тығындар ға сәбәпсе була . Торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата дәғүә белдереүселәр байтаҡ.

Ҡар яуыуға бәйле Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Йыйылған ҡар өйөмдәре Сәғит Агиш урамындағы яңы ҡар иретеү пунктына килтерелә . Ҡар эшкәртеү пункты ҡеүәте тәүлегенә 1200 кубометрға етә. Иҡтисади яҡтан яңы пункт отошло технология буйынса эшләй - ҡар иретеү өсөн электр энергияһы талап ителмәй.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә алдағы көндәрҙә лә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көрт баҫыуы, көслө буран сығыуы фаразлана. Водителдәргә һаҡ булырға кәңәш ителә.

Һауа торошона бәйле республика трассаларында транспорт хәрәҡәтенә сикләүҙәр индерелгән. Бәләбәй-Ермолаев, Аксен - Бәләбәй, Стәрлетамаҡ - Федоровка юлдарында ул 17 декабрь иртәнге сәғәт 10-ға тиклем ғәмәлдә ҡала .

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ