Янғындан зыян күреүсе Гөлирә Ғилманова тиҙҙән яңы нигеҙҙә өй туйлаясаҡ


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғафури районы Ерек ауылында йәшәүсе Гөлирә Наил ҡыҙының йортонда электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында янғын сығып ғаилә урамда тороп ҡалғайны. Был хаҡта БСТ телеканалы ла хәбәр итте. Ғаиләгә ауыр минуттарҙа яҡташтары, ауылдаштары ярҙам күрһәтә. Миһырбанлы, йомарт кешеләргә, изге күңелле тамашасылрға Ғилмановтар рәхмәтен еткерә.

Гөлирә Ғилмановаға йорт төҙөүҙә балалары ла ихлас ярҙамлаша. Әле йортта бүлмәләр бүленгән, түбә ябыуҙы Яңы йылға тиклем тамамлау күҙаллана. Торлаҡтың майҙаны 67 квадрат метр. Йортҡа газ, канализация үткәрелә, электр тәьминәте янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ