Баш ҡалала 15 йәшлек ҡыҙ юғалған

Алина Мәһәҙиева кисә Степан Злобин урамында йәшәгән ағаһында ҡунаҡта булған һәм төштән һуң Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат ятағына ҡайтырға юлланған. Камераларҙан күренеүенсә, ҡыҙ бала автобустан «Мәктәп» туҡталышында төшөп ҡалған. Әммә ни сәбәптәндер уҡыған еренә ҡайтып етмәгән.

Айырым билдәлдәре - буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле. Оҙон ҡара куртка һәм фотолағы кеүек башлыҡ кейгән. Ҡыҙ тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеүселәрҙең 112 телефонына шылтыратыуҙары һорала. Баланы эҙләү өсөн ирекмәндәр талап ителә. Ярҙам итергә теләүселәр Мәктәп урамы, 51-се йорт адресы буйынса килә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ