Федоровка районында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл яңыртыласаҡ

Федоровка районы Аҡбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл яңыртыласаҡ. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн ауылдаштар урындағы башланғыстар ярҙам программаһында ҡатнашырға иҫәп тота. Федоровка ауыл биләмәһендә уҙған халыҡ йыйылышында һәйкәлде яңыртыу проектын башынан аҙағынаса күҙәтеүҙә тотасаҡ инициатив төркөм төҙөлдө. Тәүге аҙым - республика бюджетынан субсидия алыу өсөн конкурсҡа документтар әҙерләү. Команда алдында шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн бюдет аҡсаһынан тыш, бағыусылар һәм урындағы халыҡты йәлеп итеү, халыҡты һәйкәл тирә-яғын тәртипкә килтереү эшенә йәлеп итеү бурсы ла тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ