Ғаилә тарихын сағылдырған ғибәҙәтхана


Ауырғазы районы Таштамаҡ ауылындағы сиркәү үҙенсәлекле тарих һаҡлауы менән билдәле. Ул 2007 йылда сафҡа инә. Мейес яғып йылытылған бина янғындан һуң, яңынан тергеҙелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Изабелла әсәһе исеменә төҙөлгән сиркәүгә килмәгән көнө юҡ. Бында ул күңел тыныслығын таба. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендәге атаһының, ватандаштарының, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге теләктәр теләй.


Сиркәү беҙҙең ғаилә өсөн мөһим , ҡәҙерле урын. Сөнки, атайым әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң ошо изге йортҡа нигеҙ һалды. Бөгөн беҙ бында төрлө дини йолалар менән бергә, яҡын кешебеҙҙең рухын шатландырырға йыш киләбеҙ. Атайыбыҙҙың имен ҡайтыуын теләйбеҙ. Бөгөн ул алтынсы көн бәйләнешкә сыҡмағас, борсолоп торабыҙ.

Изабелла Данилова

2007 йылда сафҡа ингән сиркәүгә төрлө дини конфессия вәкилдәре килә. Ғибәҙәт ҡылыу урынынан тыш, ул ғаилә тарихын да сағылдыра. Ауырғазылар үҙенсә Һиндостандағы кеүек уны урындағы Тадж махал тип йөрөтә.


Сиркәүҙән кеше өҙөлмәй. Төрлө төбәктәрҙән киләләр. Махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙ ҙа йыш була. Икона кеүек төрлө изге әйберҙәр менән дә бүлешәләр. Был папикадило мәҫәлән, махсус хәрби операциялағы ауылдашыбыҙҙың бүләге.

Зинаида Степанова, Таштамаҡ ауылында йәшәүсе

Ауылдаштар киләсәктә сиркәүҙең эргә-тирәһен төҙөкләндереп, зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырырға теләй. Шулай уҡ райондың туристик объектына индерергә теләктәре лә бар. Сөнки, урындағы халыҡ фекеренсә, ғаилә тарихын сағылдырған ғибәҙәтханалар республикала башҡа юҡ.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ